On-line новости

Горячих новостей нет.
< Сентября 2010 >
П В С Ч П С В
    1 2 3 4 5
6 7 8 9 10 11 12
13 14 15 16 17 18 19
20 21 22 23 24 25 26
27 28 29 30      

Погода

GISMETEO: Погода
"Шоңҡар" журналының яңы сайты
10.03.2010 18:12

Хөрмәтле ҡулланыусы, ҡунаҡ, дуҫыбыҙ! Сайтҡа ҡабат ингәнең өсөн рәхмәтлебеҙ. Әйтергә ашығабыҙ - беҙ бөгөн бик шатбыҙ! Дөрөҫө, кисә үк шат инекSmile, сөнки "Шоңҡар" журналының яңы сайты, Аллаға шөкөр, "ишектәрен" асты.

Тулыһынса уҡырға!!!
 

Мөхәммәт Али ("Шоңҡар", №10, 2009 йыл)

Бокс менән ҡыҙыҡһыныусы Америка әҙәбиәте классигы  Норман Мейлер ҡасандыр:  “Америкала президенттан һуң икенсе кеше булып вице-президент түгел, ә иң ауыр ауырлыҡ буйынса донъя чемпионы тора”, – тигән фекер әйткән. Бының менән бәхәсләшергә лә булыр ине, әлбиттә. Әммә һүҙ бөйөк бокссы Мөхәммәт Али (ысын исеме һәм фамилияһы Кассиус Клей) хаҡында бара.

Спорт тормошон яҡтыртҡан күп кенә баҫмалар XX быуаттың иң күренекле атлеттарын билдәләй. Америкала киң танылыу яулаған аҙналыҡ “Спорт иллюстрейтед” нәшриәте лә  был эштән ситтә ҡалмай.  Бокс буйынса өс тапҡыр донъя һәм олимпия уйындары чемпионы Мөхәммәт Алиҙы абсолют еңеүсе, йәғни “йөҙ йыллыҡ атлеты” исеменә лайыҡ тип таба.   

Али спорт һөйөүселәргә башҡаларҙан айырылып торған аяуһыҙ, ғәйрәтле бокссы булараҡ билдәле. Спортсының алышыу таҫыллығы, етеҙлеге, төртөшөүҙәренең һәр алымын тейешенсә эшкәртеп, еренә еткереп башҡарыуы миллионлаған көйәрмәндәрҙе йәлеп итә. Шуныһы ғәжәп, бокссы үҙенең иҫ китмәле оҫталығын “күбәләктәй елпенергә һәм һағыҙаҡтай сағырға” тигән һүҙҙәр менән генә аңлата.

Артабан уҡырға...
 

Беҙ яңылыҡҡа ынтылабыҙ  ("Шоңҡар" №10, 2009 йыл)

              Һәр кемде был донъяға ниндәйҙер изге ниәт менән тыуҙыралыр Аллаһы Тәғәлә. Әгәр һин үҙ юлыңды тапҡанда яңылышмаһаң, күңелеңә ятҡан һөнәрҙе һайлай алһаң, эшеңде яратып башҡарһаң, был һинең бәхетеңдең бер өлөшө. Ошо һүҙҙәрҙе БР-ҙың төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры урынбаҫары, БР-ҙың баш архитекторы Урал Ғәзиз улы Ураҡсинға ҡарата әйтеп була. Был өлкәлә бына инде 30 йылдан ашыу ал-ял белмәй, ауырлыҡтарға бирешмәй, һөнәренә тоғро ҡалып, бөтә күңелен һалып хеҙмәт итә ул. Һөнәренә һөйөү, кем белә, бәлки, уға биш кенә йәш булған саҡта үҙҙәренең өйөн һалған мәлдә үк яралғандыр. Һуғышта аяғын ҡалдырып ҡайтҡан Фәтих оҫта янынан китмәй бәләкәй Урал. Таң менән тора, көнө буйына мауыҡтырғыс уйындар ҙа, дуҫтары ла онотола, иҫенә инеп тә сыҡмайҙар. Оҫтаның һәр хәрәкәтенән күҙен алмай ул. Ҡаҙағын, сүкешен, бүтән кәрәк-яраҡ һорағанын көтөп кенә йөрөй, йүгертеп алып килеп тә тоттора. Арыһа ла өйгә инмәй, шунда ғына ятып йоҡлап ала. “Һәр бүрәнәне нисек һалғаны, ҡаҙау ҡаҡҡаны, бысҡаны, юнғаны бөгөнгөләй күҙ алдымда”, – тип иҫенә төшөрә Урал Ғәзиз улы әле лә.

              Бөгөн беҙ уға төҙөлөшкә, ҡалабыҙҙың киләсәгенә һәм башҡа мәсьәләләргә ҡағылған һорауҙарыбыҙҙы бирмәксебеҙ.

Артабан уҡырға...
 

 

Йөкмәткеһен ҡарарға
 

90-сы йылдар башында, илебеҙҙә демократик үҙгәрештәр башланыу менән, тарихи үткәндәребеҙгә яңы ҡараш тыуҙы. Был бигерәк тә граждандар һуғышы осоро тарихына объектив баһа бирергә мөмкинлек асты. Ошо рәүешле халҡыбыҙға Башҡортостан автономияһының ысын тарихы асылды. Автономия өсөн милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашҡан күп кенә шәхестәребеҙҙең исемдәре халҡыбыҙға ҡайтты. Башҡорт халҡының бөйөк улы Әхмәтзәки Вәлиди, ҡаһарман сардар Муса Мортазин, милли хәрәкәт эшмәкәрҙәре Ғәлимйән Таған, Абдулҡадир Инан, Шәриф Манатов һәм башҡалар тураһында белдек. Дөрөҫөрәге, коммунистик режим ҡолау менән, милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашҡан шәхестәребеҙҙең исемдәрен күтәреп сығырға мөмкинлек тыуҙы.

Артабан уҡырға...
 
<< Первая < Предыдущая 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Следующая > Последняя >>

Страница 1 из 11
  Список номеров не сформирован  
   
При цитировании документа ссылка на сайт с указанием автора обязательна.
Полное заимствование документа является нарушением российского и международного законодательства и возможно только с согласия редакции.
RSS RSS